Исполнитель: Ирек Нугуманов
Песня: Кисер мине, асай...
Добавил: Гость
Ирек Нугуманов – Кисер мине, асай... 3
Көндәр түгел айҙар уттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,
Йыраҡтарға алып киттеләр.
Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.
Ҡушымта.
Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.
Ҡушымта.
Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.